Кисер мине, әсәй, ғәфү ит - Зильда (Башҡорт йыры) Кисер мине эсэй гафу ит башкирская песня

Музыка

Ҡайтамын тип хаттар яҙыуыма
Көндәр түгел, айҙар үттеләр
Әммә юлдар һиңә етмәйенсә
Йыраҡтарға алып киттеләр.
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт,
Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.
Көтәһеңдер хат ташыусы килһә,
Ҡош телендәй hәбәр барҙыр тип.
Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер:
Иртәгә, бәлки, булыр тип.
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт,
Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.
Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға,
Утыңды һүндермәйсә, мине көт,
Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфу ит.
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт,
Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.
==================================================================================
Bashkir song music Bashkortostan Tatar Tatarstan Ural

Пікірлер

    Келесі